Встреча с представителями органов
Март 22, 2023
Просмотров: 5150
22 март көнө мәктәптә дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үткәрелде. Йыйылыш планы буйынса бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзаһы Йәнбирҙин Ильнар Илгиз улы, бүлек белгесе Мәхмүтова Рузина Айнур ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы Хәсәнов Радик Ибраһим улы, Баймаҡ ҡалаһының янғын һундереү бүлеге хеҙмәткәре Боҫҡонов Марсель Вәсил улы һәм Республика йәштәр психология үҙәгенең көньяҡ филиалы мөдире Мукаева Эльвира Ирек ҡыҙы сығыш яһанылар. Бөтә төр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, балаларға уларҙы аңлатыу, балаларҙың насар ғәҙәттәрен, телефонға бәйлелектәрен бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыу кеүек һорауҙар ҡаралды.
#пожарнаябезопасность#госкомитетРБпоЧС#КДН#мыголосуемзажизнь#Баимово
#пожарнаябезопасность#госкомитетРБпоЧС#КДН#мыголосуемзажизнь#Баимово