Урал батыр
Июнь 6, 2026
Просмотров: 54
8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ
Йәш сәсәндәрҙең Баймаҡ районында үткән «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» тигән республика бәйгеһе тамашасылары араһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажитдинов та булды.
ВКонтакте селтәрендәге сәхифәһендә ул конкурс тураһында ошондай пост ҡуйған:
“Бөгөн тыуған ерем — Икенсе Этҡол ауылында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған сарала ҡатнаштым.
«Урал батыр» эпосы көнө Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан булдырылған һәм йыл һайын 8 июндә билдәләнә. Был дата халҡыбыҙҙың рухи мираҫына, туған теленә, тарихына һәм мәҙәниәтенә ихтирам билдәһе булып тора.
Бынан йөҙ йылдан ашыу элек, Икенсе Этҡол ауылы янындағы тау итәгендә, күренекле мәғрифәтсе, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын данлыҡлы сәсән-ҡурайсылар Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған. Шуға күрә минең өсөн дә, Икенсе Этҡол һәм бөтә Баймаҡ ере өсөн дә был эпос айырыуса ҡәҙерле.
«Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк рухи хазинаһы. Унда изгелек, ғәҙеллек, тыуған ергә һөйөү, өлкәндәргә хөрмәт, ата-әсә васыятына тоғролоҡ һәм киләсәк быуындар алдындағы яуаплылыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр сағылыш тапҡан.
Сарала балаларҙың, йәш сәсәндәрҙең ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы булды. Нәҡ улар аша быуындар бәйләнеше, туған һүҙгә, туған телгә һәм халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һөйөү һаҡлана.
Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Милли мираҫыбыҙға һаҡсыл ҡарашығыҙ, тыуған мәҙәниәткә ихлас һөйөүегеҙ һәм ҙур хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт.
«Урал батыр» эпосын һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәк быуындарға еткереү — беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ.
Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән оло байрам менән ҡотлайым! Бөйөк «Урал батыр» эпосы артабан да быуындарҙы берләштерһен, туған телебеҙгә, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә һөйөүҙе нығытһын.”